Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Бәхетле ҡартлыҡ

06.10.2016 14:02 — 01.01.1970 05:00
18

    Көҙҙөң алтындай бәрәкәтле мәлендә Яңы күл ауылында йәшәүсе  Фәүзиә  Мөхәмәтйән ҡыҙы Гадеева 90  йәшен билдәләй. Сығышы менән ул Нимесләр ауылынан.Бөйөк Ватан һуғышы башланған йылда  беренсе синыфҡа уҡырға бара.Ошо йылда атаһын ил һаҡларға алалар һәм ул  яу яланында ятып ҡала.Фәүзиә  инәй ете классты тамамлай һәм хеҙмәт юлын башлай. Үҙ ғүмерендә  ауыл хужалығының һәр тармағында намыҫлы  хеҙмәт итә. 1954 йылда  Ғәлинур  Мансур улына  тормошҡа сыға, уның менән  бынамын тигән дүрт бала тәрбиәләп, оло юлға сығаралар.Бөгөн балаларының икәүһе табиб, икеһе уҡытыусы булып эшләй.Бәхетле ата-әсәнең ун бер ейән-ейәнсәре,  туғыҙ бүләһе бар. Юбилярҙы район хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин, ауыл биләмәһе башлығы Булат Хановтар тәбрикләне һәм Президент Путиндың ҡотлау  хатын тапшырҙы.

 

 

  • Бәхетле ҡартлыҡ