Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Социаль селтәрҙәрҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 75 йыллығы уңайынан хәтер акцияһы башланды

08.11.2016 15:35 — 01.01.1970 05:00
12

Социаль селтәрҙәрҙә легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 75 йыллығына арналған акция башланды. Теләге булған һәр кем үҙ битендә олатаһы йәки туғаны — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугире тураһында яҙма урынлаштыра ала. Шулай уҡ  #112bashkav75 билдәһен ҡуйырға кәрәк.

«Тыуған илеңде яратаһыңмы, ата-бабаларыңдың ҡаһарманлығы менән ғорурланаһыңмы, халыҡтың тарихын һаҡлап ҡалырға теләйһеңме? Уларҙың батырлығын халыҡтың күңелендә һәм хәтерендә һаҡла! Киләсәк быуындарҙың рухын нығыт!» — тип мөрәжәғәт итә ойоштороусылар.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 1941 йылдың декабрендә Өфөлә ойошторола. Дондан алып Эльбаға тиклем яу юлы үтеп, дивизия Юғары Баш командующий бойороҡтарында һуғышта айырыуса ҙур батырлыҡ күрһәткәндәр иҫәбендә 15 тапҡыр телгә алына. Уның 3860 яугире орден-миҙал менән бүләкләнә, 78-е – Советтар Союзы Геройы, бишәүһе Дан орденының тулы кавалеры була.  
Читать полностью: http://bashinform.ru/bash/912161/#ixzz4OLx714a0

  • Социаль селтәрҙәрҙә 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 75 йыллығы уңайынан хәтер акцияһы башланды