Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Бәхетле ғүмер юлы

11.11.2016 10:26 — 01.01.1970 05:00
9

Районға Рәсәй Президенты В.Путиндың юбилей   уңайынан ебәрелгән ҡотлау открыткалары килеүен дауам итә.  Нуриман районының күлдәр араһында урынлашҡан Яңы күл ауылы  был көндө оло кинәнес, шатлыҡ кисерҙе. 10 ноябрь   ауылдың   бер урамында  ут күршеләр булып  йәшәгән  Гатака Мөсәлим ҡыҙы Хәйруллина  менән  Сафия  Хәбиәхмәт ҡыҙы Насретдиновалар үҙҙәренең 90 йәшлек юбилейҙарын билдәләне. Уларҙы ошо оло байрамдары менән  район хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин,  социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Миләүшә Әхтәмйәнова , ауыл биләмәһе башлығы Булар Хановтар тәбрикләне.Гатака Мөсәлим ҡыҙы ауылдың абруйлы ветераны, бөтә ғүмерен балалар тәрбиәләүгә  бағышлаған.Ул уҡытҡан  балалар бөгөн  райондың, республиканың, хатта Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында, төрлө тармаҡта намыҫлы хеҙмәт итә.Юбиляр үҙе лә бик матур  ғаилә ҡора. Тормош иптәше  Сәйетғәле Ҡасим улы менән ете бала тәрбиәләп үҫтерәләр.Бөгөн юбилярҙың 14  ейән-ейәнсәре, 15  бүлә-бүләсәһе бар.Бәхетле әсә,өләсәй ғәзиз балаларының,  ейән-ейәнсәрҙәренең оло ихтирамын, иғтибарын,һөйөүен  тойоп, бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Хоҙай ошо  шатлыҡтан,  ҡыуаныстан айырмаһын ине, Һеҙҙе хөрмәтле  Гатака Мөсәлим ҡыҙы!Юбилейығыҙ менән!

  • Бәхетле ғүмер юлы