Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Изге әсә , гүзәл кеше, Ватанға дан биреүсе.

11.11.2016 11:06 — 01.01.1970 05:00
6

Билдәле шағирҙың был шиғри юлдарын   туранан-тура беҙҙең  юбилярыбыҙ, райондың  хөрмәтле  кешеләренең береһе  Сафия Хәбиәхмәт ҡыҙы Насретдиноваға бағышларға булыр ине. Ысынлап та, Сафия  Хәбиәхмәт ҡыҙы бик матур, башҡаларға үрнәк булырлыҡ ғүмер юлы үтә. Яҙмыш уны баласаҡтан алып ныҡлыҡҡа, сыҙамлыҡҡа  һынай. Утыҙынсы йылдар башында атаһын  нахаҡҡа ғәйепләйҙәр, күп тә тормай Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Бәләкәй Сафияға бик йәштән эшләргә тура килә һәм ул бөтә ғүмере  буйына  ауыл хужалығының төрлө тармағында  намыҫлы хеҙмәт итә. 1946 йылда  һуғыш ветераны Кәлимулла Ғәйнулла  улы Насретдиновҡа кейәүгә сыға һәм алты балаға ғүмер бүләк итәләр. Әйтергә кәрәк, Сафия Хәбиәхмәт ҡыҙы балалары менән хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Өлкән ҡыҙҙары Мәхмүзә медицина фәндәре докторы,  Рәсәйҙең, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Динара - “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы”, Фәйрүзә -“Башҡортостан Республикаһы һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең атҡаҙанған хеҙмәткәре”, Вәкилә  Яңауыл  район дауаханаһында баш табиб, шулай уҡ  “Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған табибы”,  Вәкил район үҙәк дауаханаһының баш табиб урынбаҫары, “Башҡортостан Республиканың атҡаҙанған табибы”, улдары   Сәғит  уҡытыусы һөнәрен һайлай, ун дүрт йыл Яңы күл мәктәбен етәкләгәндән һуң,бөгөн  Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтныда  сит телдәр кабинеты мөдире булып эшләй, шулай уҡ «Башҡортостандың мәғариф алдынғыһы”. Сафия Хәбиәхмәт ҡыҙы үҙен сикһеҙ бәхетле кеше тип һанай, сөнки уның янында Башҡортостандың данын арттырыусы бынамын тигән балалары, ейәнсәрҙәре, ейәндәре һәм бүлә-бүләсәләре. Юбилейығыҙ менән, хөрмәтле Сафия Хәбиәхмәт ҡыҙы!

  • Изге әсә , гүзәл  кеше, Ватанға дан биреүсе.