Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Йәштәр өсөн оло үрнәк

16.12.2016 15:38 — 01.01.1970 05:00
6

Декабрь айынының һалҡын бер көнөндә Бикмырҙа ауылында йәшәүсе Йәмилә  Варис ҡыҙы тыуған көнөн  билдәләй.Ил Президенты Владимир Путиндың ҡотлауын  юбилярға район хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин, Байгилде ауыл биләмәһе башлығы Рәзилә  Хәлиловалар тапшырҙы. Йәмилә Варис ҡыҙына  район хакимиәте башлығының да ҡотлауы булды.Унда былай тип әйтелә.  “Хөрмәтле  Йәмилә  Варис ҡыҙы!

Юбилейығыҙ айҡанлы  ихлас ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ. Һеҙ  дәһшәтле һуғыш йылдары, илде төҙөкләндереү  кеүек ауыр һынауҙарҙы үтеп, бөгөнгө матур тормошто төҙөүселәр быуынына  ҡарайһығыҙ. Һеҙҙең  намыҫлы тормош юлығыҙ, Тыуған илгә булған  һөйөүегеҙ бөгөнгө көн йәштәре өсөн  лайыҡлы үрнәк өлгөһө булып тора. Бөтә  район  халҡы исеменән  Һеҙгә  оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйем.”

Оло  ихтирам менән  Нуриман районы хакимиәте башлығы                А.Носратуллин

 

 Беҙ  Йәмилә  Варис ҡыҙын  ихлас күңелдән  матур ғүмер байрамы менән тәбрикләйбеҙ һәм уға  алдағы көнөндә лә ныҡлы сәләмәтлек, оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ. Байрамығыҙ менән!!!

  • Йәштәр өсөн оло үрнәк