Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Тыуған ерҙең ҡотон арттырыусы

15.01.2017 15:00 — 01.01.1970 05:00
11

Яңы 2017 йылдың 15 ғинуары Нуриман районы халҡы өсөн иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Был көндө бер юлы  ошо биләмәлә йәшәүсе өс хеҙмәт ветераны, тыл хеҙмәткәре, һоҡланғыс тормош юлы үткән хөрмәтле ветерандарыбыҙ үҙҙәренең күркәм юбилейҙарын билдәләне.Район хакимиәте башлығы Азамат Ризван улы Носратуллин ауыл биәләмәләре хакимиәттәре башлыҡтары менән бергә улар йәшәгән йорттарға шәхсән йөрөп сыҡты һәм Рәсәй Президенты Владимир Путиндың ҡотлау сәләмдәрен еткерҙе. Һәр ветеран намыҫлы ғүмер юлы кисерә. Яңы күл ауылында йәшәүсе Разия Шәйдулла ҡыҙы бөтә тормошон ошо ерҙе матурлауға, уның данын арттырыуға бағышлай.Хеҙмәт юлын бик иртә башлай, колхозда эшләй. Бөйөк Ватан һуғышы  башланыу менән урман хужалығында хеҙмәт итә.Йылдар үткәс Яңы күл егете Хашим Юныс улы Ситдиковҡа тормошҡа сыға, уның менән ике ул, ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтерәләр.Балаларының барыһы ла юғары белем ала. Яңы күл ауылында мәктәп асылғас, Разия Шәйдулла ҡыҙы ошо белем усағында эшләй,1985йылда хаҡлы ялға сыға, бөгөн бәхетле әсә балалары, ейән-ейәнсәрҙәре хәстәрлегендә  шатлыҡлы  ғүмер кисерә.Беҙ юбилярҙы байрамы менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм уға оҙон ғүмер теләйбеҙ.