Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Ошо үҙе бәхет түгелме ни, яныңда балаларың булыуы...

15.01.2017 14:17 — 01.01.1970 05:00
7

Сираттағы юбилярыбыҙ Оло  Теңкәш ауылында  йәшәй.Ул  Мәклифә Фәтҡулла ҡыҙы Янова. “Ҡайҙа тыуғанһың,шунда кәрәкһең“ тигән халыҡ мәҡәле әйтмешләй, Мәҡлифә Фәтҡулла ҡыҙы ла  бөтә ғүмерен үҙенең тыуған районында уҙғарған. Сығышы менән Нимесләр ауылынан, ете синыфты тамамлағас, Карл Марк исемендәге колхозда  һауынсы булып эшләй. Эштә алдынғы була, бының өсөн бер нисә тапҡыр район, республика етәкселегенең Маҡтаулы ҡағыҙҙарына  лайыҡ була.Күп тә үтмәй тормошҡа сыға һәм бер-бер артлы алты балаға - биш ҡыҙға, бер улға ғүмер бирә.Мәҡлифә Фәтҡулла ҡыҙы тыл һәм хеҙмәт  ветераны, ауылда ҙур абруй ҡаҙанған кеше. Әлеге мәлдә  ул  Оло Теңкәш ауылында ҡыҙҙарының ҡәҙер-хөрмәтендә, ейән-ейәнсәрҙәр ҡурсалауында  бәхетле ғүмер кисерә. Беҙ хөрмәтле ветеранға артабан да иҫәнлек-һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп ҡалабыҙ.