Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Һоҡланғыс ғүмер юлы

15.01.2017 14:22 — 01.01.1970 05:00
8

Райондың Баш Шиҙе ауылында йәшәүсе сираттағы юбилярыбыҙ 95 йәшлек ғүмер байрамын кисерә. Ғәлимә Ғиззәтулла ҡыҙы Ниғмәтуллина сығышы менән Ишморат ауылынан. Башланғыс белемде алғандан һуң ул тыуған колхозында эшләй башлай.Уға шул осоро балалары кисергән барса һынауҙарҙы ла  үҙ иңендә татырға, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға тура килә. Район хакимиәте башлығы Азамат Ризван улы Носратуллиндың ҡотлау сәләмендәге түбәндәге юлдар  бушҡа ғына Ғәлимә Ғиззәтулла ҡыҙы кеүек еңеүселәр быуынына бағышланмайҙыр.

Хөрмәтле Ғәлимә Ғиззәтулла ҡыҙы!

 

Тормошоғоҙҙағы иҫтәлекле ваҡиға - күркәм юбилейығыҙ һәм  Яңы  2017 йыл  айҡанлы ихлас ҡотлауҙарымды  ҡабул итегеҙ. Һеҙ дәһшәтле Бөйөк Ватан һуғышы йылдарын, унан һуң илде төҙөкләндереү осорондағы ауыр һынауҙарҙы үтеп, бөгөнгө матур тормошто төҙөүселәр быуынына  ҡарайһығыҙ. Һеҙҙең намыҫлы тормош  юлығыҙ, Тыуған илгә булған сикһеҙ һөйөүегеҙ бөгөнгө көн йәштәре өсөн лайыҡлы үрнәк  булып тора. Бөтә  район халҡы исеменән  Һеҙгә оҙон ғүмер, ныҡлы сәләмәтлек, балалар ҡыуанысы  һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйем.

Оло ихтирам менән

Нуриман районы  хакимиәте башлығы  А.Носратуллин

Берҙән-бер ҡыҙы Сәбиләне ел-ямғырға тигеҙмәй, матур итеп үҫтерә, тәрбиә бирә. Был тырышлыҡ бушҡа китмәй, бөгөн беҙҙең юбиляр ошо ҡыҙы менән донъяның бөтә ҡыуаныстарын, шатлыҡтарын кисереп,  тормошҡа ҡыуанып йәшәй. Ғәлимә Ғиззәтулла ҡыҙы оло булыуына ҡарамаҫтан, йөҙө асыҡ,хәтере шәп, ваҡыты-ваҡыты менән күршеләренең хәлен белеп,  бөгөнгө көндөң барса яңылыҡтарын ишетеп, ошо бәхетте татыған өсөн Хоҙайына рәхмәтле булып йәшәй.Оло ветерандың ошондай тормошҡа ҡарашы, оптимистик рухта булыуы беҙҙең барыбыҙҙы ла һоҡландырҙы.Ул  йөрәге, күңеле менән матурлыҡты тойған кеше.Бәхетле  ветерандың бөгөн алты ейән-ейәнсәре,  ун бүлә-бүләсәһе бар. Беҙ һәммәбеҙ ҙә  оло ветеранға ныҡлы сәләмәтлек, күтәренке кәйеф, донъялар  именлеге теләйбеҙ.