Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Донъя йәме-намыҫлы хеҙмәттә

14.04.2017 15:57 — 01.01.1970 05:00
9

Бөгөн  Бәләкәй Шиҙе ауылында йәшәүсе Зифа Назип ҡыҙы  Фәйзуллина 90 йәшлек юбилейын билдәләй.  Хеҙмәт ветераны, тыл хеҙмәткәре Зифа Назип ҡыҙын  район хакимиәте башлығы Азамат Ризуан улы Носратуллин, уның  социаль һорауҙар буйынса урынбаҫары Миләүшә Рәүеф ҡыҙы Әхтәмйәнова һәм  ауыл биләмәһе башлығы  Резеда Мансур ҡыҙы Ғафоровалар тәбрикләне һәм Рәсәй Президенты В.Путиндың ҡотлау сәләмен еткерҙе. Зифа Назип ҡыҙы оҙон һәм  ҡатмарлы  ғүмер юлы үтә. Уға шул осорҙоң бөтә михнәттәрен, ауырлығын кисерергә тура килә, ләкин юбиляр бирешмәй һәм  барыһын да ныҡышмалы хеҙмәт, тырышлыҡ, сабырлыҡ   менән еңеп сыға. Бөгөн  уның туғыҙ ейәне, ете бүлә-бүләсәһе бар һәм ул  балаларының оло ихтирамында, һөйөүендә , ҡәҙер-хөрмәтендә һыйынып йәшәй. Байрамығыҙ менән, хөрмәтле  Зифа Назип ҡыҙы!