Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Бәхетле ғүмер юлы

05.07.2017 16:56 — 01.01.1970 05:00
10

Йәмле йәй айының беренсе көнөндә Яңы Күл ауылында йәшәүсе Хәлилова Мөсәлимә Нурый ҡыҙы 90 йәшлек юбилейын билдәләне.Уны ошо тантаналы көнө, иҫтәлекле ғүмер байрамы менән район хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин, ауыл биәләмәһе башлығы Булат Ханов һәм балалары тәбрикләне.Район етәкселеге юбилярға Рәсәй Президенты Владаимир Путиндың ҡотлау сәләмен еткерҙе һәм  уға оҙон ғүмер, бәхетле ҡартлыҡ теләне.Мөсәлимә Нурый ҡыҙы матур тормошюлы үтә,  тормош иптәше Шәмиғол Хәлилов менән беренән-бере  аҡыллы, тәртипле, тәүфиҡле балалар үҫтерә.Уларҙың барыһы ла бөгөн үҙ урындарын табып, үҙ йәрҙәрен осратып һоҡланғыс ғүмер итәләр. Мөсәлимә инәй ғәзиз балалары, ейән-ейәнсәрҙәре менән  мул тормошта, бәхетле ҡартлыҡта йәшәй. Беҙ уның  алдағы тормошонда  ныҡлы сәләмәтлек, күтәренке кәйеф, балалар ҡыуанысы, донъялар именлеге  теләйбеҙ.