Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

"Әкиәт " балалар баҡсаһында - һабантуй

22 Июня 2016
29
0

Күптән түгел “Әкиәт“ балалар баҡсаһында һабантуй үтте. Уны  мәктәпкәсә йәштәге учреждениеның тәрбиәселәре ойошторҙо. Ҙур йыйынға коллектив ентекле әҙерләнде. Байрам буласаҡ көндө  баҡса янындағы  киң  майҙан  байрамса биҙәлде,  аллы-гөллө шарҙар  эленде, спорт ярыштары  өсөн кәрәкле  инвентарҙар ҡуйылды. Һәр һабантуйҙағы кеүек, сабыйҙар ҡулға-ҡул тотоношоп парадта үтте,берен -бере сәләмләне, аҙаҡ сәмле ярыш башланды. Тоҡ менән үҙ-ара көс һынашыу,  милли көрәш, йомортҡа менән йүгереү кеүек уйындар  балаларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Сабыйҙар ярышта ихлас ҡатнашты.Һабантуй байрамы  күмәк йыр менән тамамланды. Сараның маҡсаты – үҫеп килеүсе быуында халыҡ йолаларына  һөйөү уятыу,уның  традицияларын дауам итеү һәм балаларҙы физик яҡтан камиллаштырыу.