Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Мал аҙығы етерлек буласаҡ

12 июля 2016
11
0

 Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙырыр, тиҙәр халыҡта.Ысынлап та, көндәрҙең йылы тороуы ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәренә лә,ябай халыҡҡа ла иркенләп бесән әҙерләргә мөмкинлек бирә.Нуриман районы биләмәһендә  мал аҙығы әҙерләү кампанияһы ҡыҙғандан-ҡыҙа бара.Ауыл хужалығы идаралығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡарағанда  бөгөн 6,7 мең га майҙанда күп йыллыҡ бесән сабылған, 1,3 мең га ерҙән тәбиғи  үлән сабып алынған.  Барлығы 11,3 мең тонна  бесән әҙерләнгән, 23,5мең тонна сенаж  тупланған, был  һәр мал башына  шартлы рәүештә 20,1центнер  аҙыҡ  тура килә тигән һүҙ. Мал  өсөн аҙыҡ әҙерләп бөтөү менән хужалыҡтар  ураҡ эшенә тотонасаҡ.Әле  был яуаплы осор өсөн   техника реионтлана,  ҡуралар тәртипкә килтерелә.

  • Мал аҙығы етерлек буласаҡ
  • Мал аҙығы етерлек буласаҡ
  • Мал аҙығы етерлек буласаҡ