Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

2016 йылда милек һалымы буйынса нимәләрҙе белеү мөһим

19 Сентября 2016
5
0

Республиканың Һалым органдары һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙары тарата башлау менән 2016 йылда физик шәхестәргә милек һалымын иҫәпләү буйынса иң мөһим һәм ҡыҙыҡлы факттарҙы әҙерләне.

1. Физик шәхестәргә 2015 йыл өсөн милек, транспорт, ер һалымдарын 2016 йылдың 1 декабренанда ҡалмайынса түләргә кәрәк.

2. Һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙарын таратыу 2016 йылдың октябрь урталарына тиклем, йәғни түләү ваҡыты үткәнгә 30 көн ваҡыт ҡалғансы дауам итә.

3. Теләк булғанда, түләүҙе онлайн режимда Федераль Һалым Хеҙмәтенең сайтының “Һалымыңды түлә” интернет-сервисы ярҙамында башҡарырға мөмкин. (www.nalog.ru).

4. Быйыл тәүгә һалым түләүгә белдереү ҡағыҙҙары берҙәм буласаҡ, йәғни, һәр һалым түләүсе РФ территорияһында нисә объекты, уларҙың ҡайҙа урынлашыуы, үҙенең ҡайҙа йәшәүенә ҡарамай бер белдереү ҡағыҙы аласаҡ.

5. Һалым түләүсенең Шәхси кабинетында теркәлеү үткән граждандар белдереү ҡағыҙҙарын ошо сервис аша электрон формала ғына аласаҡ. Шәхси кабинет ҡулланыусыларына ҡағыҙҙа белдереүҙәр ебәрелмәйәсәк. 2015 йыл өсөн белдереүҙе ҡағыҙҙа алырға теләгәндәр 2016 йылдың 1 сентябренә тиклем Шәхси кабинеттан һалым органына тейешле извещение ебәрергә тейеш ине. Ошо ваҡыттан һуң ебәрелгән извещениялар икенсе йылдан ғына иҫәпкә алына.

6. Әгәр һалымығыҙ 100 һумдан кәмерәк икән, түләү ҡағыҙҙары ебәрелмәйәсәк.

Быйыл тәүгә физик шәхестәрҙең милкенә һалым уның кадастр хаҡынан сығып иҫәпләнә. Яҡынса һалым суммаһын белергә теләһәгеҙ, Федераль Һалым Хеҙмәтенең «Калькулятор земельного налога и налога на имущество физических лиц, исчисляемых исходя из кадастровой стоимости» интернет-сервисын ҡуллана алаһығыҙ.

8. Яңы законға ярашлы, күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр йорттоң дөйөм милкенә ингән ер участкалары өсөн ер һалымын түләмәй.

9. Шәхси эшҡыуарҙар башҡаса үҙаллы ер һалымын иҫәпләп, Һалым органдарына һалым декларациялары тапшырмаясаҡ. Улар ер һалымын һалым түләүгә белдереү ҡағыҙы буйынса ғына түләйәсәк.

10. Һалым буйынса ставкалар һәм льготалар тураһында мәғлүмәтте Федераль Һалым Хеҙмәтенең сайтында (www.nalog.ru) «Справочная информация о ставках и льготах по имущественным налогам» электрон сервис аша таба алаһығыҙ.

 

 

Открой Свою Республику: открытаяреспублика.рф
  • 2016 йылда милек һалымы буйынса нимәләрҙе белеү мөһим