Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Бында үҙ эшенең оҫталары эшләй

19 октября 2016
11
0

 “Рябиновка”  хужалығында бөгөн 10 ауылдан 20 кеше эш менән мәшғүл, ҡыҙыу осорҙа иһә уларҙың һаны бермә -бер арта икән. Шуныһы ҡыуаныслы: йәмғиәткә эшкә килергә йәштәр атлығып тора, сөнки хеҙмәт хаҡы ваҡытында түләнә, төрлө социаль ярҙам ҡаралған. Әйткәндәй, эш хаҡы бөгөн 20-25 мең һум тәшкил итә. Байгилде ауыл лицейында уҡыған ҡыҙ һәм егеттәр ҙә – хужалыҡтың төп көсө. улар уҡыуҙы тамамлағас, икеләнеүһеҙ тап ошо хужалыҡҡа эш һорап мөрәжәғәт итә икән. “500 ферма” республика маҡсатлы программаһына ингән йәмғиәттең өс һөтсөлөк фермаһы ла яңы һулыш алған: һөт үткәргестәр, һыуытҡыстар урынлаштырылған. малсыларҙың эше хәҙер күпкә еңеләйгән, элекке кеүек көйәнтәләп һөт-һыу ташыу юҡ, ҡул көсөнә заманса ҡорамалдар ярҙамға килгән. ике мең тоннанан ашыу сифатлы продукцияны көн һайын Өфө һөт заводына  литрын 18 һум менән оҙаталар. “Ике яҡ өсөн дә отошло килешеү төҙөлгән, шуға ла түләүҙәр ваҡытында башҡарыла. ә һатыуҙан килгән табыш фәҡәт йәмғиәт кәрәк- ярағына тотонола”, – ти ферма мөдире. Етәкселек алдынғы һауынсылар Гөлйөҙөм Мөфтәхова, Фәнилә Мөфтәхетдинова менән быҙау ҡараусы Гүзәл Ғилметдинованы маҡтап телгә алып, “йәштәргә улар һәр саҡ өлгө”, ти. Хужалыҡтың матди базаһы бай ғына, бөгөн яландарҙы сит илдә һәм үҙебеҙҙә етештерелгән ҡеүәтле техника иңләй. яҙғы-көҙгө баҫыу эштәренә уны ситтән йәлеп итмәгәндәр.

                                                                         Самат ҒӘЛИН.  Нуриман районы