Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Башҡортостан Республикаһы буйынса Һалым хеҙмәте граждандарҙы ҡабул итеү ваҡытын оҙайтты

30 ноября 2016
5
0

2016 йылда бюджетҡа физик шәхестәрҙән милек һалымдарын  тулыһынса һәм үҙ ваҡытында йыйыу өсөн, шулай уҡ һалым түләүселәрҙең һалым ҡағыҙҙары айҡанлы мөрәжәғәт итеүе күбәйеү сәбәпле Башҡортостан Республикаһы буйынса һалым органдарында граждандарҙы ҡабул итеү ваҡыты киске 8 сәғәткә тиклем оҙайтылды.

Шулай уҡ һалым инспекциялары етәкселәре граждандарҙы физик шәхестәрҙең милек һалымдарын иҫәпләү һәм түләү буйынса һорауҙары менән йылдың аҙағына тиклем эш көндәрендә киске сәғәт 8-гә тиклем шәхси ҡабул итергә әҙер.

Һалым инспекцияһы етәкселәренең шәхси ҡабул итеү графиктары менән Федераль һалым хеҙмәтенең официаль сайты (www.nalog.ru), һалым инспекцияларының операцион залдарындағы информацион стендтары йәки “ҡыҙыу линия” телефоны (347)226-38-00 аша танышырға мөмкин.