Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Нуриман районы йәшәйеше - “Юлдаш” радиоһының “Атайсал” тапшырыуында

6 декабря 2016
11
0

 Башҡортостан  юлдаш телевидениеһының “Юлдаш” радиоһы журналисы Азамат Нурыев эш сәфәре менән Нуриман районында булды. Ул райондың ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади , мәҙәни, мәғариф  тормошо хаҡында материалдар тупланы. Әйтергә кәрәк, уҙып  барған йыл халыҡ өсөн иҫтәлекле ваҡиғаларға бай булды. Социаль яҡтан етем ҡалған балалар өсөн торлаҡ файҙаланыуға тапшырылды,  юлдар төҙөкләнде, ауыл хужалығы  хеҙмәткәрҙәре  байтаҡ  уңыштарға өлгәште.  Павловка, Яңы Күл ауыл мәҙәниәт йорттары  күп тармаҡлы  клуб  исеме менән  эшләй башланы һәм   тулыһынса тиерлек матди яҡтан яҡшыртылды.Мәғариф учреждениеләре  яңы проект буйынса эшләй башланы,  уҡыусылар төрлө олимпиадаларҙа , ярыштарҙа, конкурстарҙа   призлы урындар алыуға иреште.Ғөмүмән, район  халҡы тулы тормош менән йәшәй һәм алға бара.