Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Урамдарҙы ҡарҙан таҙартыу ваҡытында хәл ителә

11 января 2017
12
0

Район биләмәһен  күпләп йыйылған ҡарҙан таҙартыу эштәре эҙмә-эҙлекле алып барыла. Дүшәмбе  көнө  урамдарҙы таҙартыуға туғыҙ берәмек техника йәлеп ителһә, бөгөн иртән иртүк был яуаплы эшкә ун  берәмек  техника тотондо.Улар башлыса  торлаҡ-коммуналь хужалыҡ,  юл  төҙәтеү идаралығы хеҙмәткәрҙәре, мәҙәниәт учреждениеләрен комплекслы хеҙмәтләндереү муниципаль бюджет учреждениеһы һәм шәхси эшҡыуар  Космылин А.Б. Ҡыҙыл Яр ауыл биләмәһе  хакимиәте башлығы Руслан Фәрит улы  Миңлеәхмәтов әйтеүенсә, иң башта  үҙәк урамдарҙың береһе -Совет урамы ҡарҙан  таҙартыласаҡ, әкренләп эш башҡа урамдарға күсәсәк. Урамдарҙы ҡарҙан  таҙартыу  проблемаһы районда  бына шулай  хәл ителә.