Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Лилиә Фәтҡуллина “Көҙәй һылыуы” гүзәллек бәйгеһе еңеүсеһе

6 марта 2017
41
0

Нуриман районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты, китапхана-клуб системаһы менән берлектә  районда беренсе тапҡыр  “Көҙәй һылыуы” гүзәллек бәйгеһе үтте. Йолаларҙағы, телдәге, донъя көтөүҙәге үҙенсәлектәр – мәҙәниәтебеҙ, сәнғәтебеҙ байлығын билдәләүсе аҫыл хазина. «Көҙәй һылыуы” бәйгеһендә ҡатнашыусы  һылыуҙарыбыҙ сәхнәләге сығыштары аша ырыуыбыҙҙың ҙур тарихлы, тәрән мәҙәниәтле халыҡ икәнлеген тағы бер ҡат иҫбатланы. Бәйгене түбәндәге  жюри составы баһаланы.

Жюри рәйесе - Нуриман районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Хәлилов Хәлим Шамғол улы.

Жюри ағзалары  – Иглин  районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Кәлимуллин Рәүф Мирсәет улы.

-         Яңы Күл ауыл биләмәһе башлығы Ханов Булат Айрат улы

-         Иҫке Исай ауыл биләмәһе башлығы Зәйнуллин Булат Хәлит улы

-         Яңы Күл урта мәктәбе директоры Вәлиев Илгиз Зиннур улы

Конкурсанттар үҙ-үҙең менән таныштырыуҙа,ижади бәйгелә, һорауҙарға дөрөҫ яуап биреүҙә, аш-һыу әҙерләү, ҡул эштәрен башҡарыу буйынса үҙ-ара  көс һынашты.Бәйге  һуңында  еңеүселәр түбәндәге номинациялар буйынса билдәләнде.

Зәйнуллина Таңһылыу,  Иҫке Исай ауылы – «Тамашасы һөйөүе»

Ханова Арина , Иҫке Исай ауылы – «Иң мөләйем ҡыҙ”

Ғәлимова Гүзәлиә , Яңы Күл ауылы –“ Өмөт”

Исламова Алһыу ,Павловка  ҡасабаһы – «Оҫта ҡуллы»

Зәйдуллина Азалиә , Ҡыҙылъяр ауылы- «Еңеүгә ынтылыш»

Кәлимуллина Карина, Меңъетәр ауылы – «Сәхнә биҙәге»

Ғарипова Гөлназ, Меңъетәр ауылы – «Иң тапҡыр ҡатнашыусы”     

 

«Көҙәй һылыуы  » гүзәллек бәйгеһенең еңеүсеһен иғлан итеү өсөн  һүҙ жюри рәйесе - Нуриман районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Хәлилов Хәлим Шамғол улына бирелә.Ул Яңы Күл ауылынан Лилиә  Фәтҡуллина.Еңеүсе селтәр һәм ҡашмау менән бүләкләнде.