Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Дуҫлыҡ һәм татыулыҡ байрамы

15 Апреля 2017
11
0

Районда ауыл биләмәләренең Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуының 100 йыллығына арналған конкурс-фестивале дауам итә. Үткән йома Район  Мәҙәниәт йорто сәхнәһендә Байгилде ауылы оҫталары сығыш яһаны. Был ысын мәғәнәһендә дуҫлыҡ һәм туғанлыҡ байрамына әүерелде. Сәхнәнән бер-бер артлы   башҡорт, татар халҡы йырҙары яңғыраны, ошо туғандаш халыҡтың бейеүҙәре башҡарылды. Фойелә  оҫта ҡулдар башҡарған әйберҙәр күргәҙмәһе эшләне,  залға йыйылған ике туғандаш милләттең   мәшһүр  йыр- моңон  тыңлап илһамланды, киләсәккә  дәрт-көс алды.