Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Иҡтисадтың төбәк агросәнәғәт кластеры төҙөлә

20 Апреля 2017
6
0

Евразия - Ер планетаһында иң ҙур материк, Евразия ҡитғаһының дөйөм халыҡ һаны биш миллиард кешенән ашып китә. Был бөтә планеталағы халыҡтың сама менән дүрттән өс өлөшөн тәшкил итә. Евразия ҡитғаһының дөйөм майҙаны 54 ООО 000 квадрат километрҙан саҡ ҡына күберәк, йәғни планеталағы тотош материк биләмәһенең 36 процентын тәшкил итә. Евразия ҡитғаһында 93 дәүләт урынлашҡан. Ҡитғала иң ҙур ҡалалар - Мәскәү, Санкт-Петербург, Новосрхбирск, Астана, Баҡы, Шанхай, Тегеран, Тяньцзинь, Истанбул, Токио, Джакарта, Дели, Мумбаи, Калькутта, Осака, Сеул, Манила, Лондон.

17  миллион квадрат километр дөйөм майҙанға әйә булған һәм халыҡтың ни бары утыҙ алтынан бер өлөшөн тәшкил иткән Рәсәйҙә һәммәһе лә фәҡәт, Рәсәй кеүек, ғәйәт ҙур ил генә үҙенең ифрат ҙур аграр мөмкинлектәре менән планетаның аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итергә һәләтле икәнен аңлай. Аҙыҡ-түлек ҡытлығы бөгөн үк Европала һәм Яҡын Көнсығышта килеп тыуған хәлдең сәбәпсеһе булып тора.

 

Тормоштарында ҡатмарлы хәлгә тарыған илдәрҙең халҡы тыуған төйәктәрен ташлап, үҙҙәре фекер йөрөткәнсә, кешесә йәшәү өсөн барлыҡ мөмкинлектәр булған башҡа төбәктәргә уҡтала. Рәсәйҙең, киләсәктә планетала йәшәүсе халыҡтарҙың ошондай күпләп күсенеүенә юл ҡуймау сараһын булдырыу өсөн, бөтә мөмкинлектәре бар.

өғөлләнеүселәргә

Рәсми сайт: РОСКЛАСТЕР.РФ

 

Миграцияның глобаль масштабта таралыуына юл ҡуймау өсөн, Рәсәй Федерацияһы аграрийҙарына бөгөн үк күршеләш илдәргә ватан ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәре һәм эшкәртеүселәренең коммерция тәҡдимдәренә ҡушылыуын тәьмин итә башларға кәрәк. Бының өсөн иҡтисадтың ауыл сәнәғәте тармағына, порталда теркәлеп, үҙҙәренең коммерция тәҡдимдәрен дөйөм ҡулланыуға һалырға кәрәк, ҡалғанын мәғлүмәт ағымына идара итеүҙең роботлаштырылған системаһы эшләйәсәк.

«ВКДАСТЕРЕ.РФ» "Электрон Коммерция Тәҡдимдәре" булдырыу мөмкинлеге бирә. Портал был тәҡдимдәрҙе интернет менән файҙаланған бөтә территориялағы потенциаль клиенттарҙы автоматик эҙләү режимында эшләгән роботлаштырылған идара итеү системаһына ебәрә.