Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Ҡариҙел йылғаһы буйында ”Кәкүк сәйе” Республика этнофестивале үтте

29 Мая 2017
33
0

Уҙған шәмбе йәмле Ҡариҙел   йылғаһы буйында  “Кәкүк сәйе” өсөнсө Республика этнофестивале үтте.  Унда  үҙебеҙҙең райондан тыш республикабыҙҙың  Асҡын, Благовар, Белорет, Ғафури,Архангель, Иглин  районынан фольклор  коллективтары ҡатнашты. Тантананың рәсми өлөшөндә  ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин, Павловка паркы етәкселәре, башҡалабыҙ Өфөнән килгән ҡунаҡтар тәбрикләне һәм был сараның  күп милләтле  Башөортостан халҡының дуҫлығын, именлеген нығытыуҙа  булышлыҡ итеүен билдәләп үттеләр.

Әйтергә кәрәк, халҡыбыҙҙың был матур  байрамы  ысын-ысындан  йолаларыбыҙҙы һаҡлап алып ҡалыуҙа, уны йәш быуынға  тапшырыуҙа мөһим роль уйнай. Быйылғы « Кәкүк сәйе” этнофестивалендә  олоһо ла, кесеһе лә берҙәй ихлас  ҡатнашты. Иглин һәм Ғафури районы вәкилдәре үҙҙәренең бай эстәлекле  тирмәһен тәҡдим итте.Белорет районының Шығай ауылынан килеүсе  милләттәштәребеҙ  сарала ҡатнашыусыларға  башҡорт халҡының  аш-һыуы менән  ихлас бүлеште.Улар килтергән ҡорот, ҡыҙыл эремсек, май майы, ойотҡан, бәлеш, ҡаҡ, талҡан  һәр кемдең күңеленә хуш килде. Белореттар килтергән “ Еңгәләр” фольклор ансамбленең сығышын һәр кем ҙур кинәнес менән ҡараны. Ут күршеләребеҙ -иглиндәр   тирмә янына  йыйылыусы халыҡты   сағыу йырҙары, бейеүҙәренән торған тамаша менән  ҡаршы алды. Ғафури районы башҡорт мәҙәни үҙәгенең бай экспонаттарын алып килгән ине. Ҡыҫҡаһы, биҙәлгән тирмәләр, ундағы боронғо әйберҙәрҙең күплегенән  күҙҙәр  ҡамашты.

 

Ә был арала сәхнәлә сәмле ярыш барҙы. “ Кәкүк сәйе” фестиваленең  “Иң яҡшы бейеү”, “Иң яҡшы кейем”, “Иң яҡшы сәй”, “Иң яҡшы бутҡа”, “Иң яҡшы  сувенир”, “Иң яҡшы ҡаршылау”,” Иң яҡшы рецепт” номинациялары буйынса еңеүселәр билдәләнде. Шуны ла билдәләп үтер кәрәк, һанап үтелгән номинацияларҙа  һәр райондан бик күптәр ҙур теләк  менән  ҡатнашты ,хатта жюри ағзаларына еңеүселәрҙе билдәләү еңелдән булманы.Шулай ҙа , байрамдан бер коллектив та, бер район да, бер ҡатнашыусы ла бүләкһеҙ, иғтибарҙан ситтә тороп ҡалманы.Сара сиктәрендә шулай уҡ  ҡул эштәренән торған күргәҙмә эшләне. Тәбиғи үләндәр йыйыусы, унан төрлө дарыуҙар яһаусы данлыҡлы  Гордеевтың ҡатнашыуы  ғына ла  фестивалгә бермә-бер йәм өҫтәне. Көн оҙон Ҡариҙел йылғаһы буйында йыр-моң, балаларҙың  шат тауыштары гөрләп торҙо, байрам   унда ҡатнашыусылар күңелендә  тик яҡшы хәтирәләр ҡалдырҙы. Нуриман районы хакимиәте исеменән   фестивалдә  ҡатнашыусы ҡунаҡтарға, фольклор коллективтарына, мәҙәниәт бүлектәренә  ҙур рәхмәтетеҙҙе белдерәбеҙ.Шулай итеп, хуш  “Кәкүк сәйе -2017” , киләһе   байрамда осрашҡанға тиклем!