Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Әүлиә рухына арналған сара үтте

5 Июля 2017
20
0

Башҡортостанда  изге  әүлиәләрҙең  рухын  мәңгелләштереү буйынса  эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Бөйөк мәғрифәтселәребеҙ  Зәйнулла ишан, Мөжәүер хәҙрәт һәм башҡаларҙың  рухтарына арнап бихисап кисәләр, осрашыуҙар, дини байрамдар ойошторолоп килә. Үткән аҙнала  Яңы Исай ауылы биләмәһендә  ошо ерҙә йәшәгән Фазлетдин мулланың рухына арнап ҡорбан салынды, аят бағышланды.Фазлетдин  Бүләков заманында уҡымышлы кеше була, ул үҙенең   доғалары, шифалы  һүҙе ярҙамында бик күп сирлеләрҙе  аяҡҡа баҫтыра.Ул бик йәштән зирәк, отҡор, зиһенле булып үҫә, алыҫ Троицк ҡалаһына барып  бик күп  йылдар  буйына Зәйнулла ишан мәҙрәсәһендә белем ала.Оҙайлы сәфәренән һуң тыуған ауылына килеп төпләнә һәм бөтә ғүмерен халыҡ мәнфәғәтенә хеҙмәт итеүгә бағышлай. Аҙаҡҡы көнөнә тиклем ул ҙур  өмөттәр бағалап килгән халыҡты ҡабул итә,  уларға йәшәүгә көс бирә, дәрт өҫтәй.

 

 Фазлетдин мулланың исемен мәңгелләштереү эше артабан да дауам итәсәк.Уның тормош юлы, йәшәүе хаҡында айырым китап  сығасаҡ, йортона таҡтаташ ҡуйыласаҡ.Хәтер кисәһен ойоштороу,әүлиә рухына  аят бағышлау  алдағы йылда ла  үткәреләсәк, тине ошо  йыйынды ойоштороусы Рәмиз  хәҙрәт Вәлиев.