Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Район-ара муниципаль берәмектәрҙең үҙ-ара хеҙмәттәшлеге

12 Июля 2017
6
0

Республикала  район, ҡала муниципаль  берәмектәренең үҙ-ара хеҙмәттәшлек итеүе  күркәм йолаға әүерелгән.  Былтырғы йыл  райондың ауыл биләмәләре хакимиәт башлыҡтары Тәтешле районына барып, эш тәжрибәһе менән уртаҡлашып ҡайтҡан ине, күптән түгел  Тәтешле делегацияһы Нуриман ерлегенә сәфәр ҡылды. Уҙған аҙнала   ауыл  “старосталары” Бөрйән районына барып, ундағы йәшәйеш,  халыҡтың тормош-көнкүреше, киләсәге менән, бөрйәндәрҙең уңыштары, ҡыуаныстары, хәл итәһе мәсьәләләре менән танышты. Сәфәр программаһына ярашлы, яҡташтарыбыҙ данлыҡлы Шүлгән-таш мәмерйәһендә булды, ғөмүмән, ҙур тәьҫораттар  алып ҡайтты.