Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

Иҫке Күлдәр майҙан тотто.

10 Апреля 2018
16
0

6 апрелдә район мәҙәниәт йортонда Иҫке Күл урта мәктәбе коллективы “Башҡортостан-дуҫлыҡ йорто Берҙәмлектә уның ҡото” тип аталған концерт программаһы менән Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына арналған конкурста ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығы Азамат Ризуан улы Нусратуллин,баһалама ағзалары, райондың бөтә ауыл хакимиәте башлыҡтары, белем биреү учреждениелары етәкселәре, мәктәптең атай-әсәйҙәре сараның тамашасылары булды. Улар- мәҙәниәт усағында йылынырға теләүселәр,илһамынан осҡон көҫәүселәр,ҡанаттары талған мәлдә унан-көс ҡеүәт алыусылар.

Сара яҙ көнө тыуған яҡтарына осоп ҡайтыусы торналар бейеүе һәм сал тарихтың бөгөнгө көндә лә эҙе барлығын тасуирлаһа, Ил әсәһенең Башҡортостан ерендә, Нуриман төбәгендә, Йәнәлде йылғаһының ярында ике ауыл барлығын һәм ауылдар уртаһында шәп бер мәктәп гөрләп тороуын бәйән итте.

Уҡыусыларҙа туған телгә һөйөү, милли рух, тарихи үткәндәргә ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү маҡсатында әленән-әле матур саралар ойошторолоп тора. Шуға күрә балаларҙың ижади ҡомар,сәм менән шиғыр уҡыуҙары, дәртле баҫып бейеүҙәре, рух күтәрерлек йырҙары залда ултырыусыларҙа онотолмаҫлыҡ тәъҫораттар ҡалдырҙы.

Сарала ҡатнашҡан балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүеләр, уҡыусылар, уҡытыусылар - һәр береһе йөрәгенән сыҡҡан моңдо тамашасыға еткерергә тырышты.

Башҡорт халҡының мираҫы булған “Урал батыр “ эпосынан ятланған өҙөктө бик йылы ҡабул иттеләр. Шулай уҡ 9 класс уҡыусылары Фәттәхов Илсур , Фәттәхов Илнур, Сабиров Илнарҙың йөрәктән сыҡҡан йырҙары тамашасыларға ышаныс нуры, һөйөү ҡуҙы һалды. Физкультура уҡытыусыһы Шәйҙуллин Салауат, география һәм музыка уҡытыусыһы Шәһиева Әлмира, китапханасы Бәҙретдинова Альбина башҡарған йыр күңелдәргә өмөт ҡабыҙҙы.

Халҡыбыҙҙың мәшһүрлеген, хис-наҙҙарын, зарурлығын мәктәп директоры Гөлфиә Ғәбделәхәт ҡыҙы “Һаҡмар һылыуы” бейеүендә асып биреп, тамашасыларҙың күңелен арбаны. 6 класс уҡыусылары Шәһиева Ләйсән һәм Гәрәев Рәлим башҡарған йырҙы ҙур алҡыштар менән ҡаршыланылар. Уҡытыусылар һәм уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән халыҡ инструменттары ансамбле сығышын, уҡытыусыларҙың “Баҙар юлында” бейеүен дә тамашасы бик йылы ҡабул итте.

Саралағы иң бәләкәстәрҙең сығышы һәр тамашасының йөрәге аша үткәндер.

Берҙәмлегебеҙҙең бер матур күренеше булған был сара күңелдәргә дәрт,сәм, ышаныс өҫтәне. Усағыбыҙ тағы ла яҡтыраҡ дөрләне.Уны Йыһанға тиклем үрләргә, быуаттарға тиклем заманыбыҙҙың тауышын ишеттерергә атлығыусы бай рухлы халҡым,мәңге йәшәһен!

 

Укыу хэм тэрбиэлэу буйынса директор урынбасары

Борханова Эминэ Наил кызы