Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Республиканские порталы Карта сайта Вход

Муниципальный район Нуримановский район Республики Башкортостан

«Айыҡ ауыл - 2019»

25 Октября 2019
29
0

Нуриман районы Иҫке Исай ауылы «Айыҡ ауыл - 2019» бәйгеһенә иң беренселәрҙән ҡушылды, сөнки Иҫке Исай ауылы кеүек боронғо ауылдар – республикабыҙ данын күтәреүсе, башҡорт рухын,уның йолаларын, кәсебен һаҡлаусы тере тарих ул.

Әйе, ошо тарихты өйрәнмәһәк, артабан уҫтермәһәк, байытмаһаҡ, айыҡ аҡыл менән эш итмәһәк беҙҙән һуң килер быуынға нимә ҡалыр? Тигән һорау ҡуйыла.

 Ауыл кешеләре йәшел йылан ҡорбаны булмаһын өсөн бында байтаҡ ҡына эштәр башҡарылды ла инде. Йыл әйләнәһенә төрлө кәңәшмәләр, саралар, осрашыуҙар ойошторолдо. Ауылдың бөтә йәмәғәт ойошмалары ла: ветерандар, ҡатын-ҡыҙҙар советтары, аҡһаҡалдар, ҡоролтай был изге эштә бик әүҙем ҡатнаша. Айырыуса ауыл советы, мәктәп коллективы, мәсет имамы ныҡ әүҙем эш алып бара. 24 октябрҙә ошо эште артабан йәнләндереү маҡсатында сираттағы ауыл"Айыҡлыҡ үҙәге" ултырышы ойошторолдо. Сара балалар баҡсаһынан башланып китте.Бәпескә исем ҡуштыу йолаһы,мәктәптә төрлө йәштәге балалар менән төрлө саралар уҙғарылды:5 класс уҡыусылары «Алкоголь –ағыу» тигән сара күрһәтһә,7-8 класстар «Эскелек – хурлыҡ,айыҡлыҡ ҙурлыҡ» кластан тыш сара менән ҡыуандырҙы. 9 кластар сәләмәтйәштәр рәүеше һайланылар.»Өлгө булып йәшәйек ер йөҙөндө,ҡалдырайыҡ беҙ бары яҡшылыҡ»тигән сара «Иман Нуры» мәсетенә күсте, унда бәләкәй балаларҙың көръән уҡыу һәләттәре буйынса бәйге үткәрелде һәм бүләктәр таратылды. Иман Нуры мәсетендә оло апай ағайҙар менан йыйын үткәрҙелар,йыйындан һуң Иҫке Исай ауылы мәҙәниәт йортонда Сара яугир интернационалистар союзы рәйесе,ҡоролтай башҡармакомитеты ағзаһы Тимерйән Рәжәпов Нуриман районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Хәлим Халилов, шулай уҡ, йәштәр эштәре буйынса комитеты рәйесе, физик культура, спорт һәм туризм Марсель Рәхмәтуллин, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Лениза Хәлилова, Хөҙәйбирҙен исемендәге беренсе респуублика балалар йорто директоры Фәнисә Малик ҡыҙы Бәҙретдинова, аҡһаҡалдар советы ағзаһы Фәнзил Әхмәтшин сығыш яһанылар. Үҙҙәренң сығышында ошо эштә әүҙем ҡатнашҡан ауыл активына рәхмәт белдерҙе. Ул артабан да ауылды харамдан азат итергә саҡырҙы.

“Был эш ауылды ошо йәмһеҙ һәм иләмһеҙ, үтә зыянлы ғәмәлдән тулыһынса таҙартып бөткәнсе дауам итергә тейеш” – тине сығыш яһаусылар.Сығыштарзан һуң матур концерт карап Иман Нурымәсетенә барып башҡорт милли аштары: бишбармак,плов,ҡоймаҡ,сәк-сәк,бәлештәр һыйланып үҙҙәренең фекерҙәрен әйттеләр.

Ысынлап та бөгөн беҙ балаларыбыҙ күңеленә изгелек, айыҡлыҡ орлоҡтары сәсһәң, ошо орлоҡтарҙан беҙ мул уңыш аласаҡбыҙ.Айыҡ атаә- әсәй йөрәк йылыһын тойоп, олатаә – өләсәһенең аҡылынзиһененә һеңдереп үҫкән кеше йәмғиәтебеҙҙә үҙ урынын табыр,милләтебеҙ юғалмаҫ.

Әйе, бөгөн насар күренешкә юл ҡуймаҫҡа, туғандарыбыҙҙы, нәҫелдәребеҙҙе, күршеләребеҙҙе һәм ауылыбыҙҙы ошо тоҙаҡтан алып сығырға һәм сәләмәт йәшәү рәүешен һайларға! Тигән теләктә һәм өмөттә ҡалабыҙ хөрмәтле ырыуҙаштар, ҡан-ҡәрҙәштәр,рухташтар,фекерҙәштәр, серҙәштәр!

 

Юлиә Хурматуллина,

Йәштәр эше буйынса белгес

 

  • «Айыҡ ауыл - 2019»